+7(986)9735472
Ялһыҙ: 10:00 до 18:00
452550, Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Йәштәр урамы,8, Башҡорт гимназияһы
Һүҙе яғымлының үҙе лә яғымлы, теле матурҙың күңеле лә матур. (Ғ.Хөсәйенов)

Ата-әсәләргә.

Өй эштәрен әҙерләүҙе нисек ойошторорға? Өй эштәрен намыҫ менән, тырышып, еренә еткереп эшләү уҡыусыларҙың мәктәптә дәрес ваҡытында алған белемдәрен нығытырға һәм тәрәнәйтергә ярҙам итә, эшләй белеү күнекмәләрен үҫтерә һәм камиллаштыра.Өй эштәрен әҙерләүҙе дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә һәм нығыта, үҙ һүҙендә ныҡ тороу ғәҙәтен һәм хеҙмәт һөйөү күнекмәләрен тәрбиәләй.Сисемалы эшләү ғәҙәтен тәрбиәләү өй эштәрен хеҙмәтләндереүҙең билдәләнгән бер ваҡытын булдырыуҙан башлана.Б Бынан башҡа бер нисек тә уҡыуҙа ҙур уңыштарға ирешеп булмай.Билдәле булыуынса, өй эштәрен бер үк сәғәттә әҙерләргә ғәҙәтләнгән уҡыусыларҙың организмдары ошо ваҡытҡа кире аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнергә әҙер булып тора. Күп кенә ваҡыт шуны күҙәтергә була, уҡыусы дәрес әҙерләргә ултырғас та, иғтибарын ситкә йүнәлтергә мәжбүр була:йә уның ҡәләме булмай,йә линейкаһы янында булмай, йә юйғыс кәрәк.Быға ваҡыт китә, ә иң мөһиме- был уҡыусының иғтибарын сит эштәргә йүнәлтә.Ваҡытты файҙалы ҡулланыҙың бер юлы-эш урынында тәртип булдыррыға кәрәк. Унда иғтибарҙы ситкә йүнәлтә торған бер генә артыҡ әйбер ҙә булырға тейеш түгел. Баланың өй эшен эшләү урыны уңайлы булырға тейеш. Ата-әсәләрҙән йыш ҡына:” Өй эштәрен ниндәй тәртиптә эшләргә һуң: башта телдән үтәп,һуңынан яҙма эштәрҙәнме,еңелдән башларғамы, әллә ауырҙанмы?”- тигән һорауҙарын ишетергә тура килә. Юыға универсаль яуап биреп булмай, сөнки яңы материалды ҡабул иткәндә лә, иғтибарлыҡтың тотороҡлоғонда ла, бер эштән икенсе эшкә күскәндә лә балаларҙың һәр береһенең индивидуаль айырмаһы була. Башланғыс кластарҙа, ғәҙәттә, өй эше әҙерләүҙе яҙма эштәрҙән башларға, ә унан һуң телдән башҡарыла торған эштәрҙе эшләргә ҡушалар. 1-2 кластар өсөн был рекомендация күп осраҡта тура килә.Ә өлкән класс уҡыусылары өй эштәрен әҙерләүҙе үҙҙәре билдәләргә тейеш.