+7(986)9735472
Ялһыҙ: 10:00 до 18:00
452550, Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Йәштәр урамы,8, Башҡорт гимназияһы
Һүҙе яғымлының үҙе лә яғымлы, теле матурҙың күңеле лә матур. (Ғ.Хөсәйенов)

Үҙем хаҡында

06.02.2020
06.02.2020

        

             Мин, Айсина Айгөл Кәрәмәт ҡыҙы, Мәсетле районының Йонос ауылында тыуғанмын.Йонос урта мәктәбен тамамлағас БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына ситтән тороп уҡыу бүлегенә керҙем.1989 йылда Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшләй башланым. Педагогик стажым 30 йыл. 2000 йылдан башлап Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһында эшләйем. Беҙҙең гимназияла өс төрлө линия буйынса уҡытыла.Балаларҙың башҡорт телен нисек белеүҙәренә ҡарап, программаларҙы уларға ярашлы итеп төҙөйбөҙ. Район үҙәге булғас беҙҙә төрлө милләт балалары уҡый. Мин күберәк балаларҙың һөйләү телмәрҙәрен үҫтереү өҫтөндә эшләйем. Ошо эшләү дәүерендә уҡыусылар ҙа, мин дә төрлө конкурс,олимпиадалар ҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп,төрлө грамота, дипломдарға лайыҡбыҙ.

 

 Минең визиткам.