+7(986)9735472
Ялһыҙ: 10:00 до 18:00
452550, Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Йәштәр урамы,8, Башҡорт гимназияһы
Һүҙе яғымлының үҙе лә яғымлы, теле матурҙың күңеле лә матур. (Ғ.Хөсәйенов)

Эссе.

Быйылғы йыл минең өсөн бик иҫтәлекле. Мәктәп ишеген тәүге тапҡыр уҡытыусы булараҡ асып кергәнемә 30 йыл. Мин уҡытыусы... Бөгөн ғорурулыҡ менән “Мин- уҡытыусы!” тип әйтә алам. “Уҡытыусымын! Һөйөнөп эшкә барам, Байрам кеүек миңә һәр көнөм. Балалар һәм мәкәтәп-бар байлығым, Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм”. Ни өсөн мин был һөнәрҙе һайланым? Ни өсөн үҙ ғүмеремде балалар уҡытырға бағышланым? Бының сәбәптәре бик күп. Иң беренсе шуны әйтер инем. Миңә һәр саҡ әсәйем өлгө булды. Ә ул үҙенең 36 йыл ғүмерен мәктәпкә бағышланы. Уның эше ауылдаштары, хөкөмәт тарафынан юғары баһаланды. Мин үҙемде белгәндән бирле, ул мәктәптә балалар менән ҡайнаны. Хатта өйҙә лә кистәрен эшен дауам итте, нимәлер әҙерләне,ойошторҙо, киҫте, яҙҙы. Беҙҙә,уның өс ҡыҙы, ярҙам итеп, шул эштә ҡайнаныҡ. Һәм шуның һөҙөмтәһе булып, беҙ мәктәп йылдарын тамамлағас, Һөнәр һайлау ваҡыты еткәс, күп тә уйлап тормай өсөбөҙ ҙә уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ. Уҡытысы һөнәрен һайлау ғына түгел, бөтәбеҙ ҙә филология факультетын тамамланыҡ. Мин Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология һәм журналистика факультетына уҡырға индем, сөнки мин бигерәк тә бәләкәйҙән үк нәфис китаптар уҡырға яраттым. Һеңлеләрем дә төрлө юғары уҡыу йорттарнының филология факультетын тамамланылар. Алһыу һеңлем минең менән бергә гимназияла урыҫ телен уҡыта, ә Гөлдәр һеңлем Өфөлә эшләп йөрөй. Бөтәбеҙҙең дә ,шулай уҡ әсәйемдең, эш стаждарын ҡушһаҡ йөҙ йылдан артып китә. Студент саҡтар минең өсөн иң гүзәл, иҫтәлекле йылдар. Әммә ул йылдар шул тиклем һиҙҙермәй генә үтеп киттеләр. Ҡулыма диплом алғас, минең өсөн тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ тормош башланды. Хәҙер инде мин уҡытыусы. Минең йәш, дәртле күңелем яңылыҡҡа ынтылды, әллә күпме яңы идеялар менән янды. Мин мәктәп ишеген асҡандан уҡ балалар менән нисек эшләйәсәгем, уларға үҙ туған телемдә рәхәтләнеп аң-белм бирәсәгем мине ҡанатландырҙы. Уҡытыусы һөнәре минең алдыма һанһыҙ талаптары менән бергә, сикһеҙ мөмкинлектәр ҙә аса. Баланың күңеле, әгәр уға асҡыс тапһаң, сикһеҙ баҫыу менән бер. Уға тик изгелек орлоҡтары ғына сәсергә кәрәк. Мин быны бөтә күҙәнәктәрем менән аңлай, тоя инем. Беренсе дәресемде бер ҡасанда онотмайым. Ҙур тулҡынланыу менән бергә класс ишеген астым. Миңә төбәлгән сабый күҙҙәренән баҙап ҡалдым. Әммә уларҙың ихласлыҡтары, уларҙың күҙҙәрендәге ышаныс, мине шунда уҡ ялмап алды. Мин эшкә сумғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ошо көндән алып 30 йыл үтеп тә киткән. Әммә мин һаман да үҙемде һәр дәрескә беренсе тапҡыр ингән кеүек тоям. Һәр дәрес яңылыҡ, һәр дәрес үҙенсәлекле, һәр береһе уның ҡабатланмаҫ. Һәр уҡыусы, һәр бала уҡытыусы өсөн шәхес булырға тейеш. Һәр балаға ихтирам, хөрмәт менән ҡарарға кәрәк. Ә дәрес бала өсөн ниндәйҙер яңылыҡ алып килергә тейеш. Заман уҡытыусыһы алдында ҙур талаптар ҡуя: һин уҡыусыларыңдан бер аҙымға алда барырға тейешһең. Хәҙерге көн тәҡдим иткән технологияларҙы яҡшы белергә, кәрәҙле телефондар, компьютер, төрлө гаджеттарҙы яҡшы белеү өҫтөнә, улар менән эшләргә, уларҙы өйрәнергә, ҡуллана белергә, туҡтауһыҙ яңырып торған информацияны ла үҙләштерергә тейешбеҙ. Был һөнәрҙе һайлауыма бер секундта үкенмәнем. Шау-гөр килеп торған тәнәфестәр,коллегелар менән аралашыу, уҡыусыларҙың еңеүҙәре, шатлыҡ-ҡайғылары,ихлас бала күңеле, уларҙың төрлө сараларҙағы ҙур-бәләкәй еңеүҙәре менән ҡыуана, шатлана белеүҙәре- былар бөтәһе лә минең күңелемде йәш, дәртле итә. Йылдар үтеүен дә тоймайым. Заман менән бергә атлайым, өйрәнәм, үҫәм, күңелемде байытам. Был бит бөтәһе лә минең тәжрибәм. Йылдар ошо тәжрибәмә рухи байлыҡты өҫтәй генә бара. Ә мин ул байлыҡты бала күңеленә һалам, уларҙың күңелен байытам. Бөгөнгө көндә туған телебеҙгә булған мөнәсәбәт күпмелер ауырлыҡтар тыуҙыра, балалар алған информация күберәк урыҫ телендә бирелеүе, уларҙың урыҫ телендә аралашырға этәрә, туған тел онотола бара. Быға юл ҡуймаҫ өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына бик күп көс һалырға тура килә. Иң беренсе телде үҙең яҡшы белергә,уҡыусылар менән тик ошо телдә генә аралашырға, үҙеңдең үрнәгең менән уларҙы ла туған телеңдә һөйләшергә, фекерләргә,уҡырға өйрәтергә тейешһең. Үҙемдең оҙаҡ йылдар эшләгән дәүерҙә өлгө итеп алырлыҡ күп кенә уҡыусыларым бар. Улар тормошта үҙ урындарын табып, матур ғаилә ҡороп, балаларына башҡорт рухында тәрбиә бирәләр.Балалары элеге көндә саф башҡортса һөйләшеп, төрлө сараларҙа ҡатнашып, ата-әсәләрен, уҡытыусыларын ҡыуандыралар. Ошо үҙе бер мәртәбә, үҙе бер ҡыуаныс түгелме? Тимәк, хеҙмәтем бушҡа китмәгән. Сөнки, минең уҡыусыларым, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙ юлдарын табып, йәмғиәтебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып үҫәләр.