+7(986)9735472
Ялһыҙ: 10:00 до 18:00
452550, Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Йәштәр урамы,8, Башҡорт гимназияһы
Һүҙе яғымлының үҙе лә яғымлы, теле матурҙың күңеле лә матур. (Ғ.Хөсәйенов)

Төп бит

   Ҡәҙерле коллегалар, дуҫтар!

        Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә шатмын. Был сайтта башҡорт телен уҡыу-уҡытыу мәсьәләләренә ҡағылышлы мәғлүмәттәр табырһығыҙ. Сөнки башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнгәндә уҡыусылар, уҡытыусылар бик күп ауырлыҡтарға осрай: һүҙлектәрҙең аҙлығы, өҫтәлмә материалдарҙың юҡлығы... Ошо проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса сайт эшләргә булдым. Беҙ тәрбиәләгән уҡыусылар киләсәктә үҙ телен яратыр, халҡына ихтирамлы булыр, хеҙмәт менән милләт, ил һағында торор, йәғни рухи һәм әхлаҡи яҡтан дөрөҫ тәрбиә алып, ысын Кеше булыр, тип ышанам.

 

 

Уҡытыусы тигән исемем бар,

Мәңгелеккә тиеп һайланған.

Орлоҡ һалам кескәй күңелдәргә

Бик кәрәкле тиеп һанаған.

(Г.Бикбулатова)